10 декабрь, Шәмбе

11 июнь 2013 йыл, 15:23

Рөстәм Хәмитов танылған кутюрье Вячеслав Зайцев менән осрашты

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Танылған модельер Вячеслав Зайцев яңы мәктәп формаһын булдырыуҙа ярҙам итеү маҡсатында Өфөгә килде. Визит сиктәрендә ул Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты.

— Мин мәктәп формаһын булдырыу яҡлы, — тип билдәләне республика Президенты. – Алдағы ваҡытта тейешле документтар ҡабул ителәсәк һәм унда мәктәптәргә форма индереү тәҡдим ителәсәк.

— Беҙҙең заманда, балалар мәктәп формаһы кейгән саҡта, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар килеп тыумай ине – уҡыусылар тигеҙ булманы, әммә барыһы ла береш булды, — тине Вячеслав Зайцев. – Бөгөн уҡыусылар ата-әсәләренең мөмкинлектәренән сығып төрлөсә кейенә. Был балаларҙың ысынбарлыҡҡа ҡарашы формалашыуына йоғонто яһай.

Өфө трикотаж фабрикаһында, уның директоры Зөһрә Исмәғилева һүҙҙәренсә, мәктәп формаһы биш йыл элек әҙерләнә башлаған. Танылған кутюрье коллекцияны эшләп бөтөүҙә ҡатнашырға ризалыҡ биргән.

— Күп эштәр эшләнгән, әммә алда ла башҡарыласаҡ эштәр етерлек, — тине Вячеслав Зайцев. – Кисә эскиздар эшләнем – бөгөн улар буйынса тегелгән форма өлгөләрен ҡараясаҡмын. Быйыл көҙ Мәскәүҙә яңы ҡышҡы коллекциям тәҡдим ителәсәк, уның деталдәре лә Өфө фабрикаһында тикшерелде.

Алтынсы класҡа тиклемге мәктәп формаһы әҙер тиерлек. Өлкән класс уҡыусылары өсөн бер нисә әйберҙән торған формалар тәҡдим ителә. Вячеслав Зайцев Өфөнөң Рәсәйҙә мәктәп формаһын булдырыусы булып китеренә ышанысын белдерҙе.

Президент менән осрашыу барышында Башҡортостанда әҙерләнгән коллекция буйынса консультациялар ойоштороу мөмкинлектәре тикшерелде. Әйткәндәй, ағымдағы йылдың октябрендә әлеге коллекция Парижда Башҡортостандың презентацияһы барышында тәҡдим ителәсәк.