9 декабрь, Йома

11 июнь 2013 йыл, 13:50

Республиканың 39 районында мал аҙығы әҙерләү кампанияһы бара

автор: Галина Бахшиева

2013 йылдың мал аҙығы әҙерләү кампанияһына үткән ял көндәрендә Башҡортостандың йәнә һигеҙ төбәге – Балтас, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Иглин, Кушнаренко, Нуриман һәм Федоровка райондары аграрийҙары ҡушылды.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн күп йыллыҡ үләндәрҙе сабып алыу буйынса эштәр 39 районда алып барыла.

Дөйөм алғанда республикала күп йыллыҡ үләндәр бөгөнгө көнгә 23 мең гектарҙа сабып алынған, планға ҡарата был ике процент тәшкил итә. Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе, Мәләүез, Өфө һәм Саҡмағош райондарында был эштәр биш-ете процент майҙанда башҡарылған.

Төбәктә әлегә дүрт мең тонна бесән һәм 11 мең тонна сенаж әҙерләнгән. Бесән әҙерләү буйынса — Өфө районы (1,1 мең тонна), сенаж әҙерләү буйынса Архангел районы (0,76 мең тонна) беренсе килә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2013 йылда 730 мең тонна бесән, 2,1 миллион тонна сенаж һәм шул уҡ күләмдә силос әҙерләү планлаштырыла. Бының өсөн мал аҙығы культуралары майҙаны быйыл 114 мең гектарға киңәйтелде һәм 1,083 миллион гектарға етте.