4 декабрь, Йәкшәмбе

11 июнь 2013 йыл, 12:39

Башҡорт дәүләт педагогия университетында рус теле һәм әҙәбиәте буйынса бушлай курстар ойошторола

автор: Эльмира Сабирова

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Филологик белем биреү һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар институтында педагогия колледжын һәм башҡа урта һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар өсөн рус теле һәм әҙәбиәте буйынса бушлай курстар ойошторола.

Дәрестәрҙе квалификациялы белгестәр – филология фәндәре докторҙары һәм кандидаттары үткәрәсәк.

Курстар 1 июлдә Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат үҙәгендә башлана.

Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн 8(347) 273-38-11 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.