7 декабрь, Шаршамбы

11 июнь 2013 йыл, 11:09

12 июндә Спорт һарайы алдындағы майҙанда ауыл хужалығы йәрминкәһе үтә

автор: Эльвира Латипова

12 июндә Өфөлә, Спорт һарайы алдындағы майҙанда, ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторола, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Унда Башҡортостан республика ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы предприятиелары үҙ продукцияһын тәҡдим итәсәк.

Йәрминкәләр ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеү һәм шулай уҡ өфөлөләрҙе натураль продукттар менән тәьмин итеү маҡсатында ойошторола. Бындағы хаҡтар, ғәҙәттә, баҙарҙағы хаҡтарҙан түбәнерәк була.

Мэриянан билдәләүҙәренсә, йәрминкәләр ҡалала аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтарҙың түбәнәйеүенә булышлыҡ итә.