Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала янғынға ҡаршы режим индерелде

Йәмғиәт

10 июндән Башҡортостанда айырым янғынға ҡаршы режим индерелде, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

БР Урман хужалығы министрлығына урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә күҙәтеүҙе көсәйтергә, урмандарҙа патруллек итеүҙе ойошторорға ҡушылды.

Республика башҡарма власть органдарына янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар комплексын һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә контролде көсәйтергә, урманға яҡын урынлашҡан участкаларҙа усаҡ яғыуҙы, сүп-сар, сәнәғәт ҡалдыҡтарын, шулай уҡ ҡороған үлән яғыуҙы тыйырға ҡушылды.

Бынан тыш, ирекле янғынға ҡаршы формированиеларҙың дежур итеүен ойоштороу, киң мәғлүмәт сараларында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса пропаганда һәм агитация эшмәкәрлеген әүҙемләштереү мөһим.

Шундай уҡ бурыстар муниципаль власть органдарына һәм ер участкаларын ҡуртымға алыусыларға йөкмәтелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть