4 декабрь, Йәкшәмбе

10 июнь 2013 йыл, 17:19

Рөстәм Хәмитов Американың Ҡорамалдар етештереүселәр ассоциацияһы ағзалары менән осрашты

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Дүшәмбе, 10 июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Америка Ҡушма Штаттарының Ҡорамалдар етештереүселәр ассоциацияһы ағзалары менән осрашты. Осрашыуҙа артабан хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде. Бөгөнгө көндә Башҡортостан менән Америка араһында нефть химияһы, машиналар эшләү өлкәләрендә сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр булдырылған. 2012 йыл йомғаҡтары буйынса беҙҙең республика менән АҠШ араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 197,7 миллион доллар тәшкил итте.

— Бөгөнгө көндә Башҡортостанда Американан йәлеп ителгән инвестициялар ҡатнашлығында 16 предприятие эшләй – был күп түгел. Минеңсә, тауарҙар әйләнешен арттырыу өсөн беҙҙә ҙур мөмкинлектәр бар, — тип билдәләне республка Президенты. – Был йәһәттән эште башланыҡ. Быйыл Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһы Америка Ҡушма Штаттарында булды. Унда сәнәғәт, ауыл хужалығы, энергетика мәсьәләләре тикшерелде. Юлдар төҙөү, күсемһеҙ милек баҙарын үҫтереү, шулай уҡ Америка компанияларының инвестицион проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн бизнес-берләшмәләр менән консультациялар ойошторолдо. Республикала инвестициялар йәлеп итеү эшмәкәрлеген үҫтереү беҙҙең өсөн үтә мөһим, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.

Башҡортостан иҡтисадына һалынған инвестициялар күләме йылдан-йыл 5-8 процентҡа арта. Былтыр сит илдәрҙән йәлеп ителгән инвестициялар күләме 600 миллион долларға етте. 2011 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда, был ике тапҡырға күберәк.

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда йөҙгә яҡын инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Уларҙың дөйөм хаҡы 12,5 миллиард доллар тәшкил итә. Нигеҙҙә, был Көнбайыш Европа компаниялары. «Альстом» компанияһы гидроэнергетика ҡорамалдары етештереү буйынса яңы завод төҙөй, республикала шулай уҡ ағас эшкәртеү заводы төҙөлә. «Башнефть», «Газпром», «Сибур» компаниялары ла был өлкәлә әүҙем эшмәкәрлек алып бара.

— Беҙҙә инвесторҙар өсөн уңайлы мөхит булдырыла – эшҡыуарлыҡ өлкәһендә егермегә яҡын яңы закон һәм хоҡуҡи акт ҡабул ителде, — тине Рөстәм Хәмитов.

— Башҡортостанда ысынлап та бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Республиканың ҙур мөмкинлектәре бар, — тип билдәләне «Altec» компанияһының БДБ илдәрендә эшмәкәрлек алып барыу буйынса бүлексәһе етәксеһе Норман Ноблет. – Беҙгә производство майҙансыҡтары кәрәк. Беҙҙең компания электр селтәрҙәрен хеҙмәтләндереү, ер аҫты коммуникациялары төҙөү өсөн ҡорамалдар етештерә.