Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Күмертауҙа Ҡала көнө үтте

Мәҙәниәт

Үткән ял көндәрендә Күмертау үҙенең 60 йыллығын билдәләне. Ҡала көнө Советтар майҙанында ойошторолдо. Унда ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн төрлө саралар үткәрелде. Балалар һәм өлкәндәр өсөн айырым майҙансыҡтар ойошторолдо, «Халыҡ музейы» һәм «Халыҡ вернисажы» социаль проекттары тәҡдим ителде.

Ҡала көнө сиктәрендә Күмертауҙың 1-се гимназияһына Советтар Союзы Геройы Николай Тимофеевич Антошкин исемен биреү тантанаһы үтте.

Ҡаланы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүгә өлөш индергән лайыҡлы граждандар ҡала округының Почет грамоталары менән наградланды.

Байрам ҡунаҡтары өсөн шулай уҡ киске программа ойошторолдо. Уның сиктәрендә ҡаланың иң яҡшы ижади коллективтары һәм махсус саҡырылған эстрада төркөмдәре сығыш яһаны. Йола буйынса, байрам салют менән тамамланды, тип хәбәр иттеләр Күмертау хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть