8 декабрь, Кесе йома

10 июнь 2013 йыл, 15:22

Башҡорт дәүләт педагогия университеты «Тәрбиәгә бала алған ата-әсәләр мәктәбе» исемле яңы проект башлай

автор: Эльмира Сабирова

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 10-22 июндә «Тәрбиәгә бала алған ата-әсәләр мәктәбе» исемле социаль проект тормошҡа ашырыласаҡ. Өҫтәмә белем биреү программаһын квалификация күтәреү һәм һөнәргә ҡайтанан әҙерләү институты менән берлектә социаль-гуманитар факультеттың социаль педагогика кафедраһы әҙерләгән.

БДПУ-ның матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ата-әсәләр мәктәпкә райондар менән төҙөлгән килешеүҙәр нигеҙендә ҡабул ителә. Тәрбиәгә бала алыу тураһындағы ғариза менән райондың тейешле структураларына мөрәжәғәт иткән граждандар курстарға йүнәлтелә. Бөгөнгө көнгә бындай килешеүҙәр Өфө һәм Әбйәлил райондары менән төҙөлгән һәм бер төркөм йыйылған да инде. Ата-әсәләр өсөн курстарҙа уҡыу – бушлай, әммә һәр береһенә БР Мәғариф министрлығы бюджетынан 8 мең һумға яҡын аҡса бүленә.

Юғары уҡыу йортонан билдәләүҙәренсә, «Тәрбиәгә бала алған ата-әсәләр мәктәбе» бындай ғаиләләргә психологик, юридик, консультацион ярҙам алырға мөмкинселек бирәсәк. Белгестәрҙән тыш, дәрестәрҙе Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Светлана Скоробогатова, шулай уҡ тәжрибәле ата-әсәләр үткәрәсәк.

темалар: мәғариф,мәктәп