3 декабрь, Шәмбе

10 июнь 2013 йыл, 12:21

Төбәктә был аҙнала йылы буласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Ағымдағы аҙнаның тәүге ике көнөндә – 10 һәм 11 июндә – Башҡортостандың күпселек райондарында ямғырҙар көтөлмәй. Ә бына 12 июндән башлап төбәктә бер аҙ ямғырҙар үтеүе ихтимал, тип хәбәр итә Рәсәй Гидрометеорология үҙәге.

Синоптиктар фаразлауынса, алдағы дүрт көндә һауа температураһы көндөҙ – 26-29 градус, төндә 11-15 градус йылы булыуы көтөлә.

Артабан һауа температураһы бер аҙ түбәнәйәсәк: көндөҙ урыны менән – 19-21 градус, төндә 9-10 градус йылы буласаҡ.

темалар: һауа торошо