7 декабрь, Шаршамбы

10 июнь 2013 йыл, 11:07

Башҡортостан эшҡыуарҙары Һиндостан менән хеҙмәттәшлек итергә саҡырыла

автор: Эльвира Латипова

БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы республика эшҡыуарҙарынан Һиндостан Республикаһының Рәсәйҙәге илселегендә ойоштороласаҡ Башҡортостандың презентацияһында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итә.

Презентация Мәскәүҙә 27 июндә үтә. Был БРИКС саммиты алдынан үткәреләсәк сараларҙың береһе булып тора.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы барлыҡ тәҡдимдәрҙе 14 июнгә тиклем ҡабул итә. Заявка формаһы ассоциация сайтында урынлаштырылған.