9 декабрь, Йома

10 июнь 2013 йыл, 10:33

Рөстәм Хәмитов Бүздәк районындағы һабантуйҙа ҡатнашты

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бүздәк районының Шарбаш ауылы эргәһендә ойошторолған «Һабантуй-2013» байрамында ҡатнашты. Республика етәксеһе бер нисә хужалыҡтың тирмәләрен ҡарап сыҡты, ат сабышын күҙәтте, көрәш майҙанында булды, шулай уҡ байрамды асыу тантанаһында сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән.

Бүздәк районында һуңғы йылдарҙа яҡшы үҫеш динамикаһы күҙәтелә, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Бында сәнәғәт производствоһы үҫеше күҙәтелә, яңы биналар төҙөлә, инвестициялар йәлеп ителә.

– Бөгөнгө көндә районда етештереү күләме яҡынса 700 миллион һум тәшкил итә, бер аҙҙан бер миллиард һумлыҡ сикте лә үтербеҙ. Был яҡшы күрһәткес. Алдағы йылдарҙа яңы производстволар, фермалар, эшкәртеү заводтары төҙөлөр, тип ышанам. Һүҙ һөт етештереү буйынса мегакомплекс хаҡында бара, — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика етәксеһе барлыҡ ауыл халҡын байрам менән ҡотланы, ныҡлы һаулыҡ, күтәренке кәйеф, уңыштар теләне. Башҡортостан Президенты быйыл мәктәпте тамамлаусы йәштәргә лә айырым мөрәжәғәт итте.

– Алыҫ ергә уҡырға китһәгеҙ ҙә, эшләргә тыуған яғығыҙға ҡайтығыҙ. Бында һеҙҙең өсөн эш урындары һәр саҡ бар, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.