5 декабрь, Дүшәмбе

10 июнь 2013 йыл, 10:06

Юрий Трутнев менән Рөстәм Хәмитов Өфөлә төҙөлөп ятҡан объекттарҙы ҡараны

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәй Президентының ярҙамсыһы Юрий Трутнев Өфөнөң төҙөлөп ятҡан объекттарын ҡарап сыҡты.

ШОС һәм БРИКС саммитарын үткәреү алдынан баш ҡаланың Конгресс-холында реконструкция эштәре алып барыла. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ошо айҡанлы башҡарыласаҡ эштәр тураһында һөйләне. Мәҫәлән, реконструкциянан һуң Конггресс-холда ил башлыҡтары өсөн махсус бүлмәләр, һөйләшеүҙәр үткәреү, туҡланыу өсөн айырым бүлмәләр, фотоға төшөү өсөн махсус урын булдырыласаҡ. Бынан тыш, бина эргәһендә еңел конструкцияларҙан ҙур павильон эшләнәсәк.

Реконструкция эштәре шулай уҡ Конгресс-холл янында сквер эшләүҙе лә күҙ уңында тота. Бының өсөн йөҙгә яҡын йорт һүтеләсәк, ә йорт хужалары шул уҡ районда урынлашҡан уңайлы фатирҙарға күсереләсәк, тип билдәләне Башҡортостан Президенты.

ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек сиктәренә бер нисә социаль объект, шул иҫәптән «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы реконструкцияланасаҡ.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Конгресс-холдағы төҙөлөш-монтажлау эштәрен 2014 йылдың ноябренә тамамлау һәм декабрҙә эш башлау планлаштырыла.

Артабан Юрий Трутнев менән Рөстәм Хәмитов «Динамо» стадионында булды. Унда Өфө эргәһендә төҙөләсәк Паралимпия үҙәге проекты тәҡдим ителде. Объекттың хаҡы 2,5 миллиард һум тәшкил итә. Үҙәктең дөйөм биләмәһе – 13 гектар, барлыҡ бүлмәләрҙең майҙаны – 37 мең квадрат метр.

— Бында спорт комплексы, бер нисә бассейн, уйын залдары, шулай уҡ зал-трансформер урынлашасаҡ. Аҙаҡҡыһында төрлө спорт төрҙәре буйынса ярыштар үткәреләсәк, — тип аңлатты БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев. – Бынан тыш, проектҡа ярашлы бында кафе, ҡунаҡхана төҙөләсәк. Бындай инфраструктура еңел атлетика буйынса барлыҡ ярыштарҙы ла тиерлек үткәрергә мөмкинселек бирәсәк. Вице-премьер һүҙҙәренсә, йыл аҙағына коммуникациялар үткәреү эштәрен тамамлау планлаштырыла. Бының өсөн 140 миллион һумға яҡын аҡса кәрәк буласаҡ.

Иң аҙаҡтан Башҡортостан Президенты менән Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Ағиҙел ярын реконструкциялау эштәре менән танышты. Был эштәр дүрт этапта башҡарыласаҡ. Реконструкцияны 2019 йылға тамамлау планлаштырыла.

Яңыртыу эштәре сиктәрендә йылға буйында урынлашҡан 300-гә яҡын йорт һүтеләсәк. Уларҙа 1800 кеше йәшәй. Алда әйтеп үтелгәнсә, тәүге 100 йорт алдағы ваҡытта һүтеләсәк.

— Федераль органдар менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, шуға күрә эштәрҙе билдәләнгән ваҡыт эсендә тамамларға тырышасаҡбыҙ, — тине Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов.