Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе парламенттары араһында килешеү төҙөлдө

Сәйәсәт

7 июндә Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән Силәбе өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышы араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа ике парламент спикерҙары Константин Толкачев һәм Владимир Мякуш ҡул ҡуйҙы. Килешеү Силәбе өлкәһе парламенты делегацияһының Башҡортостанға визиты сиктәрендә төҙөлдө.

Документ парламента-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә, закондар сығарыу өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгән. Унда ике республика парламентарийҙарының эшлекле бәйләнештәрен үҫтереү өлкәһендә өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнгән.

Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев билдәләүенсә, БР Дәүләт Йыйылышы парламент-ара бәйләнештәрҙе үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирә. Башҡортостан парламенты Рәсәй Федерацияһының, шулай уҡ сит илдәрҙең закон сығарыу органдары менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында 25 килешеү төҙөгән. Константин Толкачев, бөгөн төҙөлгән Килешеү Силәбе өлкәһенең парламентарийҙары менән хеҙмәттәшлек итеүеҙе яңы кимәлгә күтәрәсәк, тигән ышанысын белдерҙе.

Силәбе өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышы рәйесе Владимир Мякуш һүҙҙәренсә, әлеге Килешеү төбәктәр мәнфәғәттәрен федераль кимәлдә һөҙөмтәлерәк тәҡдим итеү мөмкинлеген бирәсәк.

Сара һуңында Константин Толкачев Владимир Мякушҡа Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн БР Дәүләт Йыйылышының Почет билдәһен тапшырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть