9 декабрь, Йома

07 июнь 2013 йыл, 16:02

Башҡортостан делегацияһы эш визиты менән ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында булды

автор: Алик Шакиров

Ағымдағы йылдың октябрендә ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында Башҡортостан Республикаһының халыҡ-ара презентацияһы үтәсәк. Унда төбәктең мәҙәниәт, сәнәғәт һәм тәбиғәт өләкәләрендәге мөмкинлектәре тәҡдим ителәсәк. Шул уҡ көндәрҙә ЮНЕСКО-ның Башҡарма комитеты ултырышы үтәсәк, унда 200-ҙән ашыу илдән вәкилдәр ҡатнашасаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетынан.

Комитеттан хәбәр итеүҙәренсә, республика өсөн мөһим булған ваҡиғаға әҙерлек мәсьәләләре БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһының Парижға визиты барышында тикшерелде. Вице-премьер Рәсәйҙең Франциялағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Александр Орлов, Рәсәйҙең Париждағы Фән һәм мәҙәниәт үҙәге директоры Игорь Шпынов, ЮНЕСКО-ның штаб-фатиры Секретариаты вәкилдәре менән осрашты.

Визит йомғаҡтары буйынса илселектә Башҡортостандың сәнәғәт һәм инвестицион мөмкилектәренең презентацияһын ойоштороу, Федор Шаляпиндың тыуыуына 140 йыл тулыуға ҡарата Рәсәйҙең Париждағы Фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә республика сәнғәт оҫталарының концертын үткәреү, Рәсәй телевидениеһы һәм Францияның киң мәғлүмәт саралары ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы ойоштороу тураһында һөйләшеп килешелде. Бынан тыш, Сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡта 2013 йылдың декабрендә Рудольф Нуриевтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған сара үтәреү планлаштырыла.

темалар: юнеско