Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡалала сифат өлкәһендә БР Президенты Премияларына дәғүә итеүгә конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Иҡтисад

Өфөнөң Конгресс-холында 2012 йыл йомғаҡтары буйынса продукция (тауарҙар, хеҙмәттәр) сифаты өлкәһендә Башҡортостан Президенты Премияларына дәғүә итеүгә конкурста еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы үтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был көндәрҙә Конгресс-холда БДБ илдәренең Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация буйынса дәүләт-ара советының 43-сө ултырышы үтә.

Иң абруйлы республика конкурсы комиссияһы беренсе урынды бер юлы дүрт ойошмаға бирҙе. Улар — «Востокнефтезаводмонтаж» акционерҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, БР «Янғантау» шифаханаһы дәүләт унитар предприятиеһы, БР «Башҡортостан дәүләт нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте предприятиеларын проектлау буйынса институты» дәүләт унитар предприятиеһы.

Икенсе урынға «Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Уралтехнострой» корпорацияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лайыҡ булды.

Өсөнсө урын «БР Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы институты» дәүләт унитар предприятиеһына, «Күмертау авиация прозводство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы — «Башнефть-Новойл» компанияһына, шәхси эшҡыуар Рәсүл Муллаяновҡа тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть