10 декабрь, Шәмбе

07 июнь 2013 йыл, 14:57

Өфөлә Волга буйы федераль округы субъекттары вәкилдәре Дәүләт Советы ултырышында күтәрелгән мәсьәләләрҙе тикшерә

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Өфөлә Волга буйы федераль округының 12 субъекты вәкилдәре Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Юрий Трутнев рәйеслеге аҫтында Дәүләт Советы ултырыштары барышында күтәрелгән мәсьәләләрҙе тикшерә. Ил өсөн мөһим булған мәсьәләләр ер ресурстары менән идара итеү, төбәктәрҙә инвестицион мөхитте яҡшыртыу, урман хужалығын үҫтереүгә бәйле.

Юрий Трутнев билдәләүенсә, Владимир Путин ҡушҡан эштәрҙең бер өлөшө Дәүләт Советы ултырыштары йомғаҡтары буйынса Рәсәй Хөкүмәтенә йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта уларҙың ярайһы уҡ ҙур өлөшө субъекттарға ла ебәрелгән. Бөгөн көндөң тәүге яртыһында кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ер ресурстары менән идара итеү буйынса бойороҡтарҙың үтәлешен тикшерҙе.

— Төбәк башлыҡтары өсөн Рәсәй Президентының бойороҡтарын үтәү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Һәм Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттары, шул иҫәптән беҙҙең республика, был эште юғары кимәлдә ойошторорға тырыша, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Дәүләт Советында иң киҫкен, көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелә. Ултырыш йомғаҡтары буйынса мөһим ҡарарҙар ҡабул ителә һәм улар үтәлергә тейеш.

Көндөң икенсе яртыһында Волга буйы федераль округы субъекттары вәкилдәре бюджеттарҙың балансланыуына арналған мәсьәләләрҙе тикшерәсәк. Юрий Трутнев билдәләүенсә, төбәктәрҙең Рәсәй Президентының май айындағы указдарын үтәргә әҙер булыу-булмауы тикшереләсәк.

Шулай уҡ бөгөнгө ултырыштарҙа субъект башлыҡтары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелегенә баһа биреү методикаһын үҙгәртеү темаһы ҡараласаҡ. Рәсәй Президенты ярҙамсыһы билдәләүенсә, һөҙөмтәлелеккә баһа биреү – берҙәм дәүләт имтиханы түгел, уның өсөн теге йәки был билдә ҡуйылырға тейеш түгел.

— Һөҙөмтәлелеккә баһа биреү методикаһында иң мөһиме – һеҙҙең менән бергә үҫеш йүнәлештәрен билдәләү.

Шул уҡ ваҡытта, Юрий Трутнев хәбәр итеүенсә, РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы тәүге йомғаҡтар яһаған да инде. Рәсәй Президенты ярҙамсыһы субъект башлыҡтары менән бергә һайланған йүнәлештәрҙе ентекләберәк тикшеререгә тәҡдим итте.