11 декабрь, Йәкшәмбе

07 июнь 2013 йыл, 14:18

8 июндә Башҡортостандың 39 районында һабантуй байрамдары үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Шәмбе, 8 июндә, Башҡортостандың 39 районында һабантуй байрамдары үтәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Йола буйынса, был байрамдарҙа хеҙмәт алдынғылары, шулай уҡ иң яҡшы ауыл хужалығы предприятиелары тәбрикләнәсәк.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың һуңғы һабантуйҙары республикала 15 июндә үтә.