11 декабрь, Йәкшәмбе

07 июнь 2013 йыл, 12:47

Сибайҙа ҡаланың 60 йыллығына арналған энциклопедия нәшер ителәсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

2015 йылда Сибай ҡалаһының нигеҙ һалыныуына 60 йыл тула. Ошо ваҡиға айҡанлы ҡалала энциклопедия нәшер итеү буйынса эш башланған. Был эшкә «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы ла йәлеп ителгән.

Ҡала хакимиәте башлығы ҡарары буйынса энциклопедия әҙерләү һәм баҫтырыу буйынса редакция коллегияһы һәм эш төркөмө булдырылған. Эш төркөмө ултырыштарында китапҡа индереләсәк темалар исемлеге әҙерләнгән.

Ҡала тураһындағы ғилми, тарихи, библиографик материалдарҙы бер баҫмаға туплау энциклопедия сығарыуҙың төп маҡсаты булып тора. Шуға күрә редакция коллегия һәм эш төркөмө алдында мәғлүмәттәрҙең тулылығын тәьмин итеү бурысы тора. Баҫмаға ҡала тормошондағы мөһим ваҡиғалар, ҡаланы үҫтереүгә тос өлөш индергән кешеләр тураһында мәғлүмәттәр индереләсәк. Бөгөнгө көндә Сибай предприятиелары һәм ойошмалары баҫмаға индереү өсөн барлыҡ талаптарға яуап биргән хеҙмәткәрҙәр һәм ветерандар исемлектәрен әҙерләй.

Ҡалала йәшәгән һәр кеше үҙ тәҡдимдәрен индерә ала. Барлыҡ материалдар редакция коллегияһы һәм эш төркөмө ултырыштарында тикшереләсәк. Тәҡдимдәрҙе ҡала округы хакимиәтенә йәки «энциклопедия өсөн» билдәһе менән admin_sibai07@mail.ru адресына ебәрергә мөмкин.

темалар: энциклопедия