5 декабрь, Дүшәмбе

07 июнь 2013 йыл, 11:50

Ял көндәрендә республиканың күпселек райондарында ямғырҙар көтөлмәй

автор: Галина Бахшиева

Ямғырлы һауа торошо Башҡортостанда бөгөн дә һаҡланасаҡ. Ял көндәрендә, 8 һәм 9 июндә, республиканың күпселек райондарында ямғырҙар көтөлмәй, тип хәбәр итә Рәсәй Гидрометеорология үҙәге.

Һауа температураһы был көндәрҙә көндөҙ 21 градус йылы тәшкил итәсәк. Төндә термометр бағанаһы плюс 4-8 градус күрһәтәсәк.

Синоптиктар фаразлауынса, алдағы көндәрҙә һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк.

темалар: һауа торошо