6 декабрь, Шишәмбе

07 июнь 2013 йыл, 11:15

Рөстәм Хәмитов торлаҡҡа мохтаж етем балаларҙы иҫәпкә алыуҙы тәртипкә килтерергә ҡушты

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Өфөлә БР Хөкүмәте Президиумы ултырышы үтте. Сарала етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү һәм махсус торлаҡ фонды формалаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.

— Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың яҙмышы – киҫкен һәм ауыр мәсьәлә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бындай балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә ҙур ресурстар йүнәлтәбеҙ. Һуңғы өс йылда республика бюджетынан 1 миллиард 254 миллион һум аҡса бүленде – 1272 бала торлаҡ алды.

Үткән йылдан башлап етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса вәкәләттәр урындағы үҙидара органдарына йөкмәтелде. Төп проблема – был маҡсаттарға бүленгән средстволарҙы тулы кимәлдә файҙаланмау. Бында бер нисә сәбәп бар: билдәләнгән хаҡтар буйынса (Өфөлә бер квадрат метр өсөн – 30,7 мең һум, райондарҙа – 23,6 мең һум) майҙаны 33 квадрат метр тәшкил иткән эконом класындағы әҙер торлаҡты эҙләп табыуҙа һәм һатып алыуҙа килеп тыуған ауырлыҡтар; социаль торлаҡ төҙөү өсөн ер участкалары бүлеүҙә һәм инженерлыҡ инфраструктураһын әҙерләүҙә тотороҡлоҡ. Үткән йылда уҡ торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш 98 бала әле булһа торлаҡ алмаған.

— Бындай хәл күп балаларҙы судҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр итә. Һәм уларҙың дәғүәләре ғәҙел: финанс тотҡарлыҡтар юҡ, барлыҡ тейешле средстволар Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса федераль агентлыҡҡа ваҡытында һәм тулы күләмдә күсерелде, — тине Рөстәм Хәмитов. – Балалар ойоштороу йәһәтенән килеп тыуған тотҡарлыҡтарҙан яфа сигә. Уларҙың күбеһе – балалар йорттарын тамамлаусылар, күптәренең туғандары ла юҡ. Һәм үҙ аллы тормош башлағанда улар йәнә ҡаты һынауҙарға дусар була.

Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров торлаҡҡа мохтаж балаларҙың торлаҡ мәсьәләләрен ентекле тикшерергә тәҡдим итте.

— Бындай балаларҙы иҫәпкә алыуҙы тәртипкә килтерергә кәрәк, — тине республика Президенты. – Муниципалитеттар һәм Мәғариф министрлығы был йәһәттән бик һүлпән эшләй.

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн махсус торлаҡ фонды булдырыу буйынса тәҡдимдәр проектын Рөстәм Хәмитов ҡаты тәнҡиткә алды һәм документты аҙағынаса эшләп бөтөргә ҡушты.