8 декабрь, Кесе йома

07 июнь 2013 йыл, 10:17

Башҡортостанда автомобиль юлдарын үҫтереү стратегияһы ҡабул ителде

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

БР Хөкүмәте Президиумы ултырышында ҡайһы бер иҫкәрмәләр менән 2030 йылға тиклем дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарын камиллаштырыу һәм үҫтереү стратегияһы ҡабул ителде.

«НИПИ ТРТИ» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге начальнигы Нелли Гордиенко хәбәр итеүенсә, иң тығыҙ машиналар хәрәкәте (тәүлегенә 20 мең автомобиль) Өфөгә илткән федераль һәм төбәк юлдарында күҙәтелә. Уларҙы мотлаҡ ремонтларға, реконструкцияларға, яңыларын төҙөргә кәрәк.

Стратегияны тормошҡа ашырыу сиктәрендә юлдар селтәренең иҡтисад талаптарынан артта ҡалыуын бөтөрөү, юлдарҙың техник торошон яҡшыртыу, юл-транспорт һәләкәттәр һанын кәметеү ҡаралған. Стратегия әҙерләнгәндә 2020 йылға тиклем Башҡортостанды социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү күрһәткестәре һәм башҡа программа документтары иҫәпкә алынған.

Стратегия өс этапта тормошҡа ашырыласаҡ. Шулай уҡ ултырышта стратегияны тормошҡа ашырыуҙың ике варианты тикшерелде. Улар – инерцион һәм инновацион варианттар. Тәүге вариант буйынса финанслау күләме, ғәмәлдәге финанслау кимәленән сығып, республиканың юл фонды бюджетынан бүленгән аҡса иҫәбенә билдәләнә. 2020 йылға тиклем финанслау күләме 2014-2015 йылдар кимәлендә һаҡланып ҡаласаҡ. Инновацион вариант буйынса финанслау күләме республика иҡтисадының күҙалланған үҫеш темптарынан, төбәктең юл фондын формалаштырыу сығанаҡтары булған килемдәр кимәленән сығып билдәләнә.

Стратегияла республика территорияһы буйлап үтәсәк перспективалы төбәк-ара маршруттар булдырып, аҙаҡ уларҙы федераль кимәлдәге автомобиль юлдары селтәренә тапшырыу тәҡдим ителә. Тәү сиратта был маршруттарға Екатеринбургҡа илткән «Центр-Урал», Өфө-Пермь, Өфө-Ижевск юлдары ҡарай. Шулай уҡ Өфөнө көнсығыш яҡтан урап үткән юл да иҫәпкә алынған.

Нелли Гордиенко һүҙҙәренсә, был сараларҙы тормошҡа ашырыу федераль бюджеттан средстволар йәлеп итергә, республика юлдары селтәрен оптималләштерергә һәм мөмкинлектәрҙе тулы кимәлдә файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк. Ҡалған средстволарҙы муниципаль-ара кимәлдәге юлдарҙы эксплуатациялауға йүнәлтергә мөмкин. 2020 йылға федераль кимәлдәге юлдар селтәренә тапшырыласаҡ маршруттарҙың дөйөм оҙонлоғо 772 километр тәшкил итәсәк.

Башҡортостан буйлап үтәсәк федераль кимәлдәге юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 1,5 мең километрға етәсәк. Стратегияла 230 ауыл биләмәһенә илткән ҡаты япмалы юлдар төҙөү ҡаралған. 2030 йылға уларҙың һаны 97 проценттан ашасаҡ.

Стратегия буйынса төҙөләсәк һәм реконструкцияланасаҡ автомобиль юлдарын файҙаланыуға тапшырыу күләмдәре 2620,3 километр (инновацион вариант буйынса) һәм 1830,9 километр (инерцион вариант буйынса) тәшкил итәсәк.

Инновацион вариант буйынса стратегияны тормошҡа ашырыу барышында финанслау күләме — 612,2 миллиард һум, инерцион вариант буйынса 249,7 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Инновацион вариант буйынса средстволар – федераль бюджеттан һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан, инерцион вариант буйынса тик республика бюджетынан йәлеп ителәсәк.  

темалар: юлдар