10 декабрь, Шәмбе

06 июнь 2013 йыл, 17:39

Ҡалтасы районының йәш гвардиясылары Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөн билдәләне

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ҡалтасы районының йәш гвардиясылары көн элгәре Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөн билдәләне. «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» ойошмаһы активистары «Үҙәк» үҫмерҙәр клубында шөғөлләнеүселәр менән бергә экологик акция ойошторҙо, тип хәбәр итә ER.RU.

Сара «Минең экологиям» («Моя экологиЯ») төбәк проекты сиктәрендә үткәрелде. Балалар тирә-яҡ мөхиткә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш темаһына арналған плакаттар әҙерләгән ине. Сарала ҡатнашыусылар территорияны сүп-сарҙан таҙартты, төҙөкләндерҙе.

— Был акция ярҙамында шуны әйтергә теләнек: һәр кем тирә-яҡ мөхиттең торошо тураһында уйланырға һәм уны һаҡлап ҡалыу өсөн үҙ өлөшөн индерергә тейеш, — тип билдәләне «Йәш Гвардия»ның урындағы активистары.