6 декабрь, Шишәмбе

06 июнь 2013 йыл, 16:22

Ҡаланың юғары наградаларына 29 өфөлө лайыҡ булды

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Евгений Рәхимҡолов

Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко Башҡортостан баш ҡалаһының иң лайыҡлы кешеләренә наградалар тапшырҙы.

Советтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәбрикләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре – табиптар, уҡытыусылар, театр актерҙары, шағирҙар, дизайнерҙар, сәнәғәт һәм халыҡты хеҙмәтләндереү предприятиелары хеҙмәткәрҙәре бар. Бөтәһе 29 кеше.

— Ҡала Советы президиумы наградланыусыларҙы һәр ваҡыт ентекле һайлап ала, — тине Евгений Семивеличенко. – Осраҡлы кешеләр һеҙҙең арағыҙҙа юҡ. Ҡала алдындағы ҡаҙаныштарығыҙ оло баһаға лайыҡ. Коллегаларығыҙ араһында яулаған ихтирамығыҙ, хеҙмәтегеҙ менән быны күп тапҡырҙар иҫбатланығыҙ. Күптәрегеҙ ҡала кимәлендә генә түгел, республика һәм федераль кимәлдәрҙә лә наградаларға лайыҡ булды.

Дүрт кешегә ҡаланың юғары наградаһы – Өфөнөң Почет грамотаһы тапшырылды. Ҡалғандары ҡала Советының Почет грамоталарына лайыҡ булды. Тәбрикләнеүселәр араһында байтаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре бар. Был осраҡлы түгел – 16 июндә илдәге барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Бындай наградлауҙар Өфө ҡала Советында даими рәүештә үткәрелеп тора. Улар, ғәҙәттә, ҙур байрамдар алдынан ойошторола.

Тантаналы сара, йола буйынса, күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.