7 декабрь, Шаршамбы

06 июнь 2013 йыл, 14:38

Башҡортостан аграрийҙары кукуруз сәсеүҙе тамамланы

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда һуң ауыл хужалығы культураларын сәсеү тамамланды тиерлек. Бөгөнгө көнгә кукуруз тулыһынса сәселеп бөткән, бер аҙ ҡарабойҙайҙы сәсеп бөтөргә ҡалған, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Республиканың Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, был культура әлегә 74,6 мең гектарҙа сәселгән, планға ҡарата был 89 процент тәшкил итә.

Башҡортостандың 28 районында ҡарабойҙай сәсеү тамамланған. Шул уҡ ваҡытта 12 районда был культура өсөн планлаштырылғанға ҡарағанда күберәк майҙан бүленгән.

Шулай итеп, Мишкә районы хужалыҡтарында ҡарабойҙай планлаштырылғандан — 3,8 тапҡырға күберәк майҙанда, Благовар районында – өс тапҡырға, Хәйбулла районында – 2,7 тапҡырға, Стәрлетамаҡ районында 1,5 тапҡырға күберәк майҙанда сәселгән, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.