4 декабрь, Йәкшәмбе

06 июнь 2013 йыл, 12:29

Өфөлә БДБ илдәренең Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация буйынса дәүләт-ара советы ултырышы үтә

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Өфөнөң Конгресс-холында БДБ илдәренең Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация буйынса дәүләт-ара советының 43-сө ултырышы асылды.

Дәүләт-ара совет БДБ илдәренең стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация өлкәһендә берҙәм сәйәсәт булдырыу һәм алып барыу буйынса хөкүмәт-ара органы булып тора. Советтың сираттағы ултырышында Дәүләт-ара советтың Стандарттар буйынса бюроһы ағзалары, БДБ илдәренең, шулай уҡ Германия, Бөйөк Британия, Бельгия, Франция, Словакия, Швеция, Польша, Испания, Австрия һәм башҡа ғәрәп илдәренең стандартлаштырыу буйынса ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.

Сарала ҡатнашыусылар продукцияның сифатын яҡшыртыу һәм конкурентлыҡҡа һәләтен үҫтереү, техник кәртәләрҙе кәметеү, сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләрен хәл итәсәк.

— Биш-алты йыл элек кенә йылына яҡынса 200 стандарт әҙерләнә торғайны, — тип хәбәр итте Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Александр Зажигалкин. – Хәҙер иһә БДБ илдәренә бергә йылына 2000 стандарт ҡабул итәбеҙ.

Уның һүҙҙәренсә, һәр тармаҡ өсөн билдәле күләмдә заманса стандарттар әҙерләргә кәрәк. Бынан тыш БДБ илдәре 1990-сы йылдар аҙағында һәм 2000-се йылдар башында барлыҡҡа килгән артта ҡалыуҙы бөтөрөргә тырыша. Шулай уҡ һуңғы ваҡытта дәүләт был мәсьәләләргә ҙур иғтибар бүлә башланы. Был Рәсәйҙә генә түгел, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Украинала ла күҙәтелә.

Дәүләт-ара советтың яуаплы секретары, Стандарттар буйынса бюро директоры Николай Сонец хәбәр итеүенсә, әлеге ултырышта яҡынса 500 стандарт ҡабул ителергә тейеш.

— Был стандарттар иҡтисади хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен күпкә арттырасаҡ, — тип иҫәпләй Николай Сонец.

Совет ултырышының төп саралары ике көнгә иҫәпләнгән. 6 июндә көндөң тәүге яртыһында пленар ултырыш үткәрелә, артабан Дәүләт-ара совет комиссиялары эшләй башлаясаҡ. Йома, 7 июндә, Совет рәйесе — Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Григорий Элькиндың килеүе көтөлә. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль хеҙмәт араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөү планлаштырыла. Шулай уҡ 2012 йыл өсөн сифат өлкәһендә БР Президенты премияларын тапшырыу тантанаһы үтәсәк.

Шәмбегә эш осрашыуҙары һәм һөйләшеүҙәр, шулай уҡ мәҙәни программа планлаштырылған.