11 декабрь, Йәкшәмбе

06 июнь 2013 йыл, 11:34

Төбәктә 12 меңдән ашыу уҡыусы сит телдәр һәм физика буйынса берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра

автор: Эльмира Сабирова

Кесе йома, 6 июндә, сығарылыш класс уҡыусылары сит телдәр һәм физика буйынса берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра.

БР Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы бүлеге баш белгесе Жанна Минекәева хәбәр итеүенсә, быйыл физика һайлау буйынса иң популяр имтихандарҙың береһе булып тора. Был фән буйынса 10 меңгә яҡын кеше имтихан тапшырырға планлаштыра.

Инглиз теленән ике меңдән ашыу уҡыусы имтихан тапшыра. Немец һәм француз телен, шул тәртиптә, 60 һәм 12 кеше һайлаған. Сит телдәр буйынса БДИ тапшырыу өсөн ни бары 20 балл йыйырға кәрәк.

Дәүләт имтихандарының күпселек өлөшө инде тапшырылған. Улар 27 майҙа старт алғайны. Бер аҙна ярым эсендә уҡыусылар ике төп предмет (рус теле һәм математика) һәм һайлап алған предметтар (информатика, биология, тарих) буйынса имтихандар тапшырҙы. 10 июндә улар — йәмғиәтте өйрәнеү һәм химия, 13 июндә география һәм әҙәбиәт буйынса БДИ тапшырасаҡ.

темалар: мәғариф,бди