3 декабрь, Шәмбе

06 июнь 2013 йыл, 10:23

Баш ҡалала БР Йәмәғәт палатаһының пленар ултырышы үтәсәк

автор: Сергей Захаров

17 июндә Өфөлә (Пушкин урамы, 95, 5-се ҡат, йыйылыштар залы) Башҡортостандың икенсе саҡырылыш Йәмәғәт палатаһының пленар ултырышы үтә.

Палата аппараты етәксеһе Илдар Бикбаев хәбәр итеүенсә, «2012 йылда Башҡортостан Республикаһында граждандар йәмғиәте торошо тураһында» доклады менән БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Әсғәт Ғүмәров сығыш яһаясаҡ.

Ултырышҡа министрлыҡ, ведомство, йәмәғәт советтары етәкселәре, дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары вәкилдәре саҡырылды.

Башлана – 16 сәғәттә.