10 декабрь, Шәмбе

06 июнь 2013 йыл, 9:33

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы социаль хеҙмәткәрҙәре наградланды

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө алдынан «Социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәре» республика конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте.

— Бөгөн социаль өлкәлә эшләгән 14 мең хеҙмәткәр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй, — тине вице-премьер Лилиә Ғүмәрова. – Һеҙҙең эшегеҙ бик мөһим – һеҙ кешеләргә ауыр хәлдән сығыу юлдарын табырға ярҙам итәһегеҙ. Ветерандарға айырыуса рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Уларҙың хеҙмәте ярҙамында Башҡортостандың социаль өлкәһе Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе һанала.

— Айырым кешеләргә ярҙам итеп, беҙ дәүләт бурысын үтәйбеҙ – йәмғиәттә татыулыҡ һәм тыныслыҡ булдырабыҙ, — тип билдәләне төбәктең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Социаль яҡлау органдарында осраҡлы кешеләр юҡ һәм була ла алмай. Бында үҙ эшен һәм, иң мөһиме, кешеләрҙе яратҡан хеҙмәткәрҙәр генә эшләй ала. Бөгөн беҙҙең алда ҙур бурыстар тора. Тәү сиратта, консерватив тармаҡтан перспективалы өлкәгә әйләнергә тейешбеҙ. Хлыҡҡа ярҙам күрһәтеү алымдарын яңыртыу, хеҙмәттәр спектрын киңәйтеү, яңы учреждениелар һәм заманса технологиялар булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ.

Республика конкурсында еңеүселәр араһында Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенең «Социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһының хеҙмәт буйынса иң яҡшы инструкторы» номинацияһында еңеүсе Наталья Бочкова ла билдәләнде.

— Конкурста еңер өсөн бик күп көс һәм ваҡыт талап ителде, — тине бөтә Рәсәй бәйгеһендә еңеүсе, Белорет реабилитациялау үҙәгенең хеҙмәт буйынса инструкторы Наталья Бочкова. – Мин балаларҙы тегергә, сигергә өйрәтәм. Энә лә тота белмәгән балаларҙың бер аҙҙан һуң уйынсыҡтар тегеп шатланыуы – минең өсөн иң ҙур бүләк.

Бөгөнгө көндә республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы системаһында 14 мең кеше хеҙмәт итә, 81 учреждение эшләй. 2012 йылда 300 меңдән ашыу кеше хеҙмәтләндерелгән. Төп категория – оло йәштәге кешеләр.