Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Августа «Өфө» аэропортында халыҡ-ара терминал төҙөлә башлаясаҡ

Иҡтисад

Августа «Өфө» аэропортында яңы халыҡ-ара терминал төҙөлә башлаясаҡ. Төҙөлөш эштәрен 2014 йылдың дүртенсе кварталында тамамлау планлаштырыла. Был хаҡта БР Президенты ҡарамағындағы Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов һөйләне.

Бөгөнгө көнгә эске авиалиниялар залының дөйөм майҙаны — 12 мең квадрат метр, халыҡ-ара зал майҙаны 4 мең квадрат метр тәшкил итә. Әле булған халыҡ-ара терминал төҙөлөп ятҡан объектҡа беркетеләсәк – уның дөйөм майҙаны 16 мең квадрат метр тәшкил итәсәк.

Шулай уҡ аэропорт биләмәһен кәртәләү буйынса эштәр планлаштырыла.

— Аэропорт «лего» принцибы буйынса ҙурайтыласаҡ, — тип билдәләне Президент. – Әле булған биналар яңы аэропорт комплексына беркетеләсәк. Төҙөлөш эштәре 2015 йылдан һуң да дауам итәсәк. Эске линиялар киңәйтеләсәк.

Киләсәктә, Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, эске линиялар залының дөйөм майҙаны 25-30 мең квадрат метрға тиклем киңәйтелергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть