Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

«Медиапрофи» республика премияһында еңеүсе 50 мең һум аҡса аласаҡ

Мәҙәниәт

Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы, төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән булдырылған «Медиапрофи» республика премияһында еңеүселәр 2013 йылдың ноябрендә билдәле була.

«Медиапрофи» премияһы – яңы форматтағы ҙур төбәк проекты. 2013 йылда ул «Хеҙмәт кешеһе» темаһына арнала. Премия түбәндәге номинациялар буйынса тапшырыласаҡ: «Иң яҡшы репортаж», «Иң яҡшы интервью», «Иң яҡшы очерк», «Иң яҡшы аналитик материал», «Иң яҡшы фоторепортаж», «Иң яҡшы интернет-проект». Эштәр 2013 йылдың 10 ноябренә тиклем ҡабул ителә.

Жюри составына Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән журналистика, иҡтисад, филология өлкәһендәге белгестәр инә. Туларыҡ мәғлүмәт www.mediaprofirb.ru сайтында урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть