11 декабрь, Йәкшәмбе

05 июнь 2013 йыл, 15:28

2013 йыл башынан алып төбәктә 16 предприятие «500 ферма» программаһында ҡатнашыусы статусын алды

автор: Галина Бахшиева

2013 йыл башынан алып Башҡортостандың 15 ауыл хужалығы предприятиеһы «500 ферма» республика маҡсатлы программаһында ҡатнашыусы статусын алды. Улар 16 һөтсөлөк-тауар фермаһын яңыртасаҡ. Йәнә бер предприятие программаның яңы йүнәлше – тоҡомсолоҡ эше өлкәһендә сервис хеҙмәтен булдырыу буйынса ҡатнашыусы статусын алды. Был хаҡта БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ләйсән Хәйретдинова хәбәр итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «500 ферма» программаһында ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы күләме 2012 йылда яҡынса 500 миллион һум тәшкил иткәйне. 2013 йылдан башлап программаға ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелде. Уларға ярашлы, дәүләт ярҙамы күләмдәре ярайһы уҡ арттырыла.

— Өс яҡлы килешеүгә ярашлы, район хакимиәттәренә ауыл хужалығы предприятиеларына финанс ярҙамы күрһәтеү буйынса шундай уҡ программа ҡабул итергә кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Хөкүмәтендә үткән ултырышта Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко. – Юлдар төҙөүҙә ярҙам күрһәткән, техника һатып алған, средстволар бүлгән райондар беҙҙә байтаҡ. Мәҫәлән, Баҡалы һәм Салауат райондары хакимиәттәре юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр ойошторҙо. Краснокама районы һөтсөлөк-тауар фермаларына тиклем юлдарға асфальт түшәне. Илеш районы хакимиәте «500 ферма» программаһында ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә 250-шәр мең һум аҡса бирҙе. Иглин районы бюджетынан тоҡомло мал һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға биш миллион һум аҡса бүленде. Шул уҡ ваҡытта урындарҙа программаны үҫтереүгә бер тин дә аҡса һалмаған, шулай ҙа ике-өс ферманы яңыртыуға заявка биргән райондар ҙа бар.

Уның фекеренсә, был, тәү сиратта, хакимиәт башлыҡтарының һәм ауыл хужалығы идараһы начальниктарының  программаға ҡарата мөнсәбәтен күрһәтә.

— Бөгөн программала ҡатнашыусы хужалыҡтарға төҙөлөш-монтажлау эштәренә тотонорға, техника, ҡорамалдар һатып ала башларға һәм мал аҙығы әҙерләй башларға кәрәк, — тигән бурыс ҡуйҙы Николай Коваленко. — «500 ферма» программаһы – фермалар төҙөү һәм ремонтлау, заманса техника һәм ҡорамалдар һатып алыу ғына түгел. Программаға мал аҙығы әҙерләү һәм тоҡомсолоҡ эше лә ҡарай. Төбәктә малсылыҡ етештереүсәнлеген күтәреү, һөт етештереү күләмдәрен арттырыу һәм продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү беҙҙең төп маҡсаттар булып тора.