3 декабрь, Шәмбе

05 июнь 2013 йыл, 13:54

Мәләүездә балалар һабантуйы үтте

автор: Арина Рәхимҡолова

Мәләүездә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған һабантуй үтте. Байрам бәләкәй артистарҙың сығыштары менән асылды. Артабан республика һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа, ярыштарҙа, олимпиадаларҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән балаларға грамоталар һәм аҡсалата приздар тапшырылды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Николай Крюков балалар һабантуйын үткәреүҙә финанс ярҙамы күрһәткән. Ул йүнәлткән аҡсаға һабантуйҙа ҡатнашыусылар, Мәләүез мәктәп-интернатында һәм социаль приютта тәрбиәләнеүселәр өсөн бүләктәр һатып алынған.

Йола буйынса, мәктәп һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары уҡыусылары ҡул эштәре күргәҙмәһен ойошторҙо. Йәш техниктар станцияһы ағастан эшләнгән «Ҡышҡы ихата» композицияһын тәҡдим итте. Был эш республика конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ булған.

Байрам сиктәрендә төрлө бәйгеләр, спорт ярыштары ойошторолдо. Шулай итеп, милли көрәштә Смак ауылынан Руслан Фәйзуллин, Ильяс Көсөкәев, Ергән ауылынан Руслан Ғәлин, Радмир Исмәғилев, Альфред Мөхәмәҙиев иң көслө көрәшселәр тип танылды. Ә ун ике йәшлек Даниил Садыҡов бүрәнәгә менеү бәйгеһендә беренсе булды.