Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «Киләсәк быуын өсөн ерҙе һәм һыуҙы һаҡлайыҡ» тип аталған автоуҙыш старт алды

Йәмғиәт

5 июндә, Халыҡ-ара тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөндә, Башҡортостанда «Киләсәк быуын өсөн ерҙе һәм һыуҙы һаҡлайыҡ» тип аталған автоуҙыш старт алды. Акцияны ойоштороусылар булып төбәктең Ҡатын-ҡыҙҙар союзы һәм БР Йәмәғәт палатаһы сығыш яһай. Автоуҙыш Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының ойоштороу съезына арнала. Съезд 11-12 июндә Мәскәүҙә үтә.

Бөгөн автоуҙышта ҡатнашыусылар Ҡырмыҫҡалы, Архангел һәм Белорет райондарында шишмә, күл һәм йылғаларҙы төҙөкләндерәсәк, сүп-сарҙан таҙартасаҡ. Акцияла йәмғеһе 15 автомобиль ҡатнаша.

Акция етәксеһе, БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова һүҙҙәренсә, һыуһыҙ, тау-урмандарһыҙ ерҙә йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ.

Сараны республиканың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, медицина, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә күтәреп алды. Акция барышында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Флүрә Килдейәрова һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәйлә Аҙнаҡаеваның сығыштары ойоштороласаҡ.

Акцияға муниципалитет вәкилдәре лә ҡушылды. Урындарҙа шишмәләрҙе төҙөкләндереүҙә мәктәп уҡыусылары һәм ирекмәндәр ярҙам итәсәк. Йылға һәм күлдәрҙе төҙөкләндереү буйынса акция көҙгә тиклем дауам итәсәк, тип планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть