9 декабрь, Йома

05 июнь 2013 йыл, 11:41

Республикала инвестициялар йәлеп итеү буйынса махсус орган булдырыласаҡ

автор: Эльвира Латипова

— Республикаға инвестициялар йәлеп итеү буйынса махсус агентлыҡ булдырыу буйынса ҡарар ҡабул итергә планлаштырабыҙ, — тип хәбәр итте БР Президенты ҡарамағындағы Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов. – Бындай структура тейешле указға ҡул ҡуйғандан һуң эшләй башлаясаҡ.

Бынан тыш, республика Президенты иҡтисад өлкәһендәге хәлгә мониторинг буйынса маҡсатлы эшмәкәрлек алып барыу кәрәклеген билдәләне.

— Республика үҫешен билдәләгән һандарға дөрөҫ баһа биреү барыһы өсөн дә файҙалы буласаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Шулай уҡ республика етәксеһе эшҡыуарлыҡ менән эшләү буйынса махсус структура булдырыу ниәте тураһында иҫкә төшөрҙө. Структура бәләкәй бизнес үҫешен планлаштырыу менән шөғөлләнәсәк, иҡтисад өлкәһендәге хәлде анализлаясаҡ һәм эшҡыуарҙарға өҫтөнлөклө йүнәлештәр буйынса тәҡдимдәр әҙерләйәсәк, тип планлаштырыла.

— Июндә инвестициялар буйынса агентлыҡ булдырырға тейешбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. – Уның формаһы билдәләнәсәк әле. Артабан иҡтисади хәлгә мониторинг ойоштороу һәм эшҡыуарлыҡ менән эшләү хаҡында уйлаясаҡбыҙ. Июнь айында ниндәй ҙә булһа ҡарар ҡабул итергә тейешбеҙ.