Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Башҡортостан нәшриәтселәре Халыҡ-ара китап форумында ҡатнашты

Мәҙәниәт

«Китап» нәшриәте 30 майҙан 1 июнгә тиклем Пермдә үткән Китап йәрминкәһендә ҡатнашты. Китап форумында үҙәк һәм төбәк нәшриәттәре, китап магазиндары, журнал һәм гәзит редакциялары, китап продукцияһын күмәртәләп һәм ваҡлап һатыусыларҙың рус телендәге китаптары тәҡдим ителде, тип хәбәр иттеләр «Китап» нәшриәтенән.

Рус теле нигеҙендә гуманитар хеҙмәттәшлекте нығытыу, мәҙәниәт, мәғариф һәм нәшриәт өлкәләрендә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү сараның төп маҡсаттары булып торҙо.

Күргәҙмә «Европа менән Азия араһында рус теле» халыҡ-ара гуманитар форумы сиктәрендә ойошторолдо. Унда федераль һәм төбәк власть органдары вәкилдәре, дипломаттар, гуманитар хеҙмәттәшлек өлкәһендәге эксперттар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар, рус теле уҡытыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Күргәҙмә йомғаҡтары буйынса «Китап» нәшриәте дипломға лайыҡ булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть