4 декабрь, Йәкшәмбе

05 июнь 2013 йыл, 9:51

Өфөлә өс яңы бассейн файҙаланыуға тапшырыласаҡ

автор: Арина Рәхимҡолова

Ағымдағы йылда Өфөлә өс яңы бассейн файҙаланыуға тапшырыла. Уларҙың берәүһе шәхси бассейн, икәүһе федераль һәм республика ресурстары иҫәбенә төҙөлгән. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә баш ҡала мэры Ирек Ялалов хәбәр итте.

— Быйыл шәхси инвесторҙар иҫәбенә тағы дүрт бассейн төҙөлә башлаясаҡ. Шулай итеп, алдағы ике-өс йылда беҙҙә шәхси средстволар иҫәбенә төҙөлгән 10 яңы бассейн буласаҡ. Өфө өсөн был ҙур ҡаҙаныш, — тип билдәләне Ирек Ялалов.

Уның билдәләүенсә, инвесторҙар йәлеп итеү бюджет йөкләмәләрен бер аҙ кәметергә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, ҡалала сифатлы инфраструктура булдырыла.