6 декабрь, Шишәмбе

05 июнь 2013 йыл, 9:43

Әбйәлил районында балалар сәләмәтләндереү кампанияһы старт алды

автор: Людмила Терновая

Әбйәлил районының Ҡолоҡас ауылы янында урынлашҡан «Ирәндек» сәләмәтләндереү лагерында 4 июндә тәүге смена эшләй башланы. Күп балалы, патронат һәм опекун ғаиләләрҙән, шулай уҡ муниципаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәре ғаиләләренән 150 бала Ҡыҙыл йылғаһы буйында ял итәсәк, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Саф һауа, төрлө күңел асыу саралары, йылғала һыу инеү, походтарға йөрөү һәм файҙалы туҡланыу балаларҙың һаулығын нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Йәй дауамында лагерҙа йәнә өс смена ойоштороласаҡ. Йәмғеһе 600 бала сәләмтлеген нығытасаҡ.

Шулай уҡ 1 июндән район мәктәптәрендә көндөҙгө лагерҙар эшләй башланы, уларҙа 1849 уҡыусы шөғөлләнә.

темалар: балалар ялы