8 декабрь, Кесе йома

04 июнь 2013 йыл, 17:53

Йәмәғәт советы 2020 йылға тиклем Башҡортостанды инвестицион йәһәттән үҫтереү стратегияһы проектын тикшерҙе

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

2020 йылға тиклем Башҡортостанды инвестицион йәһәттән үҫтереү стратегияһы шишәмбе, 4 июндә, БР Президенты ҡарамағындағы Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында тикшерелде.

Һуңғы йылдарҙағы инвестицион процесс һөҙөмтәләре хаҡында һүҙ йөрөтөп, республика Президенты Рөстәм Хәмитов яҡшы динамика күҙәтелеүен билдәләне.

— Үткән йылда төп капиталға инвестициялар күләме 233 миллиард һум тәшкил итте. 2011 йылдағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был 8 процентҡа күберәк, — тине төбәк башлығы. – Рәсәй буйынса был һан 6,6 процент тәшкил итә. Инвестициялар күләме буйынса республика илдә 15-се урындан 12-сегә күтәрелде.

Сит ил инвестициялары һуңғы йыл эсендә ике тапҡырға артып, 600 миллион доллар тәшкил итте. Быйыл динамика шул кимәлдә һаҡлана.

— Ғинуар-март айҙарында инвестициялар күләме 33 миллиард һум тәшкил итте, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса, был яҡынса 20 процентҡа күберәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Округ төбәктәре араһында беҙҙең республика беренсе квартал йомғаҡтары буйынса инвестициялар күләме буйынса — дүртенсе урында, йән башына иҫәптә инвестициялар күләме буйынса етенсе урында килә.

Президент һүҙҙәренсә, быйыл сит илдән йәлеп ителгән инвестициялар күләменең ярайһы уҡ артыуы күҙәтелә. Ғинуар-март айҙары йомғаҡтары буйынса ул 140 миллион доллар тәшкил итте, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән саыштырғанда, был 3,5 тапҡырға күберәк. Иң күп инвестициялар Кипр, Австрия, Германия һәм Корея Республикаһы компанияларынан йәлеп ителде.

Башҡортостан – 12 пилот төбәктәрҙең береһе. Был илдәрҙә Башҡарма власть органдарының уңайлы инвестицион мөхит булдырыу буйынса эшмәкәрлеге стандарты индерелә. Был йүнәлештәге эште Рөстәм Хәмитов уңышлы тип билдәләне – «үткән йыл йомғаҡтары буйынса 15 пункттың 9-ы тормошҡа ашырылды».

Әлеге стандартты тормошҡа ашырыу буйынса эшмәкәрлек сиктәрендә Башҡортостанда 2020 йылға тиклем республиканы инвестицион йәһәттән үҫтереү стратегияһы әҙерләнә. Уның проектын БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары Евгений Маврин тәҡдим итте. Документ өҫтөндә БР Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм «Эксперт РА» белгестәре эшләгән.

Вице-премьер 2015 йылға үтәлергә тейеш ҡайһы бер бурыстарҙы атаны. Шулай итеп, республикала тулайым төбәк продуктының уртаса йыллыҡ үҫеш темптары 107 процентҡа етергә тейеш. Тулайым төбәк продукты структураһында инвестициялар күләмен 27 процентҡа тиклем арттырыу планлаштырыла (2012 йыл йомғаҡтары буйынса 23 процент ине). 2015 йылға Башҡортостан һалым базаһының үҫеш тептары буйынса Рәсәйҙең биш алдынғы төбәге иҫәбенә инәсәк, тип планлаштырыла. Ауыл хужалығы өлкәһе тулайым төбәк продуктының 10 процентын тәшкил итергә тейеш. Ауыл ерендә эшһеҙлек кимәле 8 процентҡа тиклем кәмергә тейеш.

Стратегия проектын эшләп бөткәндән һуң, ул БР Хөкүмәте ултырышында тикшереләсәк.