Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Ишембайҙа балалар шиғриәте фестивале үтте

Мәҙәниәт

Ишембай ҡалаһында Ф.Рәхимғолова исемендәге призға Асыҡ республика балалар-үҫмерҙәр поэтик ижады конкурсы йомғаҡтары буйынса шиғриәт фестивале үтте. Бәйге Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналды. Үҫеп килгән быуынды ватансылыҡ, гражданлыҡ рухында тәрбиәләү, тыуған яҡтың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәтеү, балалар һәм үҫмерҙәрҙең һәләттәрен үҫтереү конкурстың төп маҡсаттары булып торҙо.

Йәш шағирҙар фестивалендә республиканың төрлө төбәктәренән 5-16 йәштәрҙәге 200-гә яҡын кеше ҡатнашы. Уларҙың иң яҡшыларына приздар тапшырылды. Еңеүселәр өс йәш категорияһы буйынса билдәләнде. Гран-приға Межгорье ҡалаһынан Илһам Ғәлиастанов лайыҡ булды.

Конкурста ҡатнашыусылар РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева менән осрашты. Депутат еңеүселәргә рәхмәт хаттары һәм махсус приздар – кеҫә телефондары тапшырҙы.

— Бындай саралар бөгөнгө көндә бик актуаль. Балаларҙың һәләттәрен асыу, үҫтереү өсөн ғәҙәти булмаған, үҙенсәлекле саралар үткәреү зарур. Әммә иң мөһиме – битараф булмау, — тип билдәләне Сәлиә Мырҙабаева. – Һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү 2012-2017 йылдарға балаларҙың ихтыяжынан сығып эш итеү стратегияһының төп йүнәлештәренең береһе булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть