9 декабрь, Йома

04 июнь 2013 йыл, 15:34

Башҡортостан тренеры Петр Буйлов Александр Невский ордены менән наградланды

автор: Алик Шакиров, Шамил Вәлиев | фото: Шамил Вәлиев

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының «7-се олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе» муниципаль бюджет өҫтәмә белем биреү мәғариф учреждениеһының еңел атлетика буйынса тренеры Петр Буйлов Александр Невский орденына лайыҡ булды. Награданы шишәмбе, 4 июндә, Түбәнге Новгородта РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич тапшырҙы.

Петр Захарович Буйлов «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» исемдәренә лайыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры. «Халыҡтар дуҫлығы» ордены, «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены, Почет ордены, «РФ Физик культура һәм спорт буйынса дәүләт комитетына 80 йыл» миҙалы, «Рәсәйҙә Олимпия хәрәкәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» почет билдәһе менән наградланған. 30 йылдан ашыу тренер булып эшләгән осоронда Петр Буйлов Рәсәй, Европа, Донъя, Паралимпия уйындары чемпиондарын тәрбиәләне. Петр Захаровичтың уҡыусылары Сеул (1988 йыл), Барселона (1992), Атланта (1996), Сидней (2000), Афины (2004), Пекин (2008) һәм Лондон (2012) ҡалаларында үткән Паралимпия уйындарында ҡатнашты. Был ярыштарҙа Петр Буйлов уҡыусылары йәмғеһе 20 алтын, 10 көмөш һәм 8 бронза миҙал яуланы, 40 донъя рекорды ҡуйҙы. Уның уҡыусылары араһында Рима Баталова, Алексей Помыкалов, Елена Паутова, Алексей Лабзин, Андрей Коптев, Анна Сорокина һәм башҡалар бар.

Лондонда үтән һуңғы Паралимпиадала Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Петр Буйловтың уҡыусылары уңышлы сығыш яһаны. Елена Паутова 1500 метрға йүгереп «алтын» яуланы, Алексей Лабзин шулай уҡ йүгереү буйынса ярыштарҙа ике алтын һәм бер көмөш миҙалға лайыҡ булды. Андрей Коптев 4x100 метр эстафетаһында «алтын» яуланы, тип хәбәр ителә Халыҡ-ара спорт мәғлүмәттәре китапханаһы сайтында.