Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Бөтә донъя йәйге Универсиадаһы уты Өфө урамдары буйлап үтәсәк

Спорт

18 июндә Өфөлә XXVII Бөтә донъя йәйге Универсиадаһы утын яғыу тантанаһы һәм Универсиада уты эстафетаһы үтә. «БР Спорт сараларын ойоштороу һәм үткәреү идаралығы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, Бөтә донъя йәйге Универсиадаһы утын баш ҡала урамдары буйлап 38 кеше йөрөтәсәк. Улар араһында республиканың билдәле спортсылары, студенттары, иң яҡшы ирекмәндәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар. 7 километр 300 метр оҙонлоҡтағы Эстафета 15 сәғәттә Йәштәр һарайы эргәһендә старт ала. Колонна Октябрҙең 50 йыллығы, Цюрупа, Ленин, Коммунистик, Октябрь революцияһы, Пушкин, К.Маркс һәм З.Вәлиди урамдары буйлап Салауат Юлаев исемендәге майҙанға тиклем үтәсәк. Унда күңел асыу программаһы сиктәрендә байрам саралары, ижади коллективтарҙың сығыштары ойоштороласаҡ.

Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә Универсиада уты эстафетаһына аккредитация алыу өсөн сарала ҡатнашасаҡ хеҙмәткәрҙәр тураһында мәғлүмәттәрҙе news-usmrb@mail.ru электрон адресына ебәрергә йәки 89270877789 телефонына (Альберт Ғәлиев) шылтыратырға кәрәк. Заявкалар 15 июнгә тиклем ҡабул ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть