8 декабрь, Кесе йома

04 июнь 2013 йыл, 10:33

Рөстәм Хәмитов Өфөнөң төҙөлөш майҙансыҡтарын ҡарап сыҡты

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 3 июндә Өфө буйлап эш сәфәре барышында заманса торлаҡ комплекстарын, ҡаланың социаль, спорт һәм күргәҙмә инфраструктураһы объекттарын төҙөү барышы менән танышты.

«СтройФедерация» компанияһы вәкилдәре торлаҡ төҙөүҙең яңы алымдары менән таныштырҙы. Баҡалы урамында улар 25 ҡатлы өс йорт төҙөй. Фатирҙар тулыһынса йәшәүгә яраҡлы итеп тапшырыласаҡ. Балалар именлеге өсөн дә күп нәмә эшләнгән. Һәр фатирҙа монитор урынлаштырыла, уның аша барлыҡ балалар һәм спорт майҙансыҡтарын күҙәтергә була. Был ҡулайлама ярҙамында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен дә саҡыртырға мөмкин.

Ике йорттоң беренсе ҡаттарында проект буйынса 160 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсалары урынлашасаҡ. Компания идара итеү ойошмаһы булдырып, тәү мәлдә торлаҡ хужалары берләшмәһе эшмәкәрлегенә контроллек итергә планлаштыра.

Генераль директор Вадим Ғатауллин хәбәр итеүенсә, асҡыстар тәүге хужаларға 2013 йылдың 31 декабрендә тапшырыласаҡ. Башҡортостан Президенты проекттан ҡәнәғәт ҡалды.

Артабан Рөстәм Хәмитов «ВДНХ ЭКСПО» комплексында булды. Комплекс күргәҙмә һәм сауҙа павильондарынан тора. Бинаның дөйөм майҙаны — 45 мең квадрат метрға яҡын. Президент 300 машинаға иҫәпләнгән автомобиль ҡуйыу урынын ҡараны, ВДНХ биләмәһен төҙөкләндереү буйынса тәҡдимдәрен әйтте. Шулай уҡ республика етәксеһе Өфө мэры Ирек Ялаловҡа комплекс тирәләй өфөлөләр өсөн уңайлы ял зонаһын булдырыу бурысын йөкмәте.  

Башҡортостан Президенты Сипайлово биҫтәһенең Ҡашҡаҙан күле янында төҙөлөп ятҡан физкультура-сәләмәтләндереү комплексында булды. Бина 2010 йылдың сентябрендә төҙөлә башлаған. Ә ағымдағы йылдың сентябрендә ул файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Бында өс бассейн, тренажер һәм фитнес залдары урынлашасаҡ. Үҙәк бер юлы 200 кешене хеҙмәтләндерә ала. Бина шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә ҡулайлаштырылған. Физкультура-сәләмәтләндереү комплексын төҙөүгә 400 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән.

Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә Инорс-6 һәм Инорс-4 биҫтәләрендә бер юлы ике торлаҡ комплексы төҙөлә. Өс күп ҡатлы йортта 560-тан ашыу фатир урынлашасаҡ, ҡайһы бер бүлмәләрҙе дарыухана, поликлиника, туристик агентлыҡ итеп ҡулайлаштырыу планлаштырыла. Шулай уҡ йорттарҙың береһендә балалар баҡсаһы урынлашасаҡ. Проект буйынса 289 машинаға иҫәпләнгән ике ҡатлы паркинг төҙөләсәк. Рөстәм Хәмитов бының әҙ булыуын билдәләне. Заманса торлаҡ комплекстарында фатирҙар менән автомобиль ҡуйыу урындарының нисбәте бергә бер булырға тейеш.

Инорс-4 биҫтәһендә энергяны һаҡсыл файҙаланыусы йорттарҙан торған квартал төҙөлә. Яңы микрорайон халҡы өсөн белем биреү үҙәге лә төҙөләсәк. Унда балалар баҡсаһы, мәктәп һәм спорт комплексы урынлашасаҡ. Үҙәк бер юлы ике меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерәсәк. Бинаны 2014 йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

Дөйөм алғанда, республика Президенты Өфөнөң 11 төҙөлөш майҙансығын ҡарап сыҡты.