3 декабрь, Шәмбе

03 июнь 2013 йыл, 17:45

Башҡортостан Президенты тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен үтәү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координация кәңәшмәһе ултырышын үткәрҙе. Унда экологик хәлгә контроллек итеү мәсьәләләре тикшерелде.

— Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләһе иғтибар үҙәгенә ҡуйыла, халыҡты экология мәсьәләләре борсой. Был теманы 2011 йылдың сентябрь-декабрь айҙарында тикшереп, мөһим ҡарарҙар ҡабул иттек. Билдәләнгән сараларҙың күпселеге бөгөнгө көндә тормошҡа ашырыла. «Өфөхимпром» һәм Семеновка алтын сығарыу фабрикаһы объекттарын йыйылып килгән экологик зыянды бөтөрөү буйынса федераль маҡсатлы программа проектына индереүгә өлгәштек. Әгәр программа Рәсәй Хөкүмәте кимәлендәге килешеүҙе уңышлы үтһә, алдағы йылдарҙа был биләмәләрҙе санациялауға инвестициялар йәлеп итеүҙе күҙалларға мөмкин. Һүҙ миллиардлаған һумдар тураһында бара.

Атмосфераны бысратыуға мониторинг автоматлаштырылған системаһын үҫтереү дауам итә. Республика бюджеты иҫәбенә Стәрлетамаҡта тағы ла бер шундай контроль станцияһы, шулай уҡ күсмә лаборатория урынлаштырылды. Өфө өсөн дә бындай лаборатория һатып алынасаҡ. Йыл аҙағына баш ҡаланың нефть эшкәртеү заводтарында ҡалдыҡтарға контроль буйынса датчиктар ҡуйыласаҡ. БР Хөкүмәте менән «Башнефть» компанияһы араһында килешеү төҙөлдө. Документҡа ярашлы, компания производствоны яңыртыу һәм заманса технологиялар ҡулланыу буйынса бурыстарҙы үҙ өҫтөнә ала.

Стәрлетамаҡ эргәһендәге Кантюковка ауылы ысын мәғәнәһендә экологик һәләкәт зонаһына әүерелде. «Газпром нефтехим Салауат» концерны заводтарынан Ағиҙел йылғаһына нефть продукттарын түгеү һөҙөмтәһендә 709 миллион һумлыҡ зыян килтерелде.

Тирә-яҡ мөхит торошоноң элеккесә насар булыуын, атмосфера, ер, һыуҙы бысратыу күләмдәренең артыуын танырға мәжбүрбеҙ. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү йәһәтенән дә эштәр насар. Өфө, Салауат, Стәрлтемаҡтағы экологик хәл ентекләберәк тикшереүҙе һәм, иң мөһиме, яҡшыртыуҙы талап итә. Хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә һөҙөмтәле саралар кәрәк. Был эштә ағымдағы ҡануниәттең положениелары кәртә булып тора. Улар ҙур предприятиеларға контроллек итеү буйынса Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығының һәм Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығының хоҡуҡтарын сикләй. Тәбиғәтте һаҡлау ведомстволарының прокуратура менән үҙ-ара тығыҙ эш итеүенә таянып, бөгөн был өлкәләге закон боҙоуҙар менән көрәште яңы кимәлгә сығарырға кәрәк, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Ултыршта шулай уҡ докладтар менән республика прокуроры Андрей Назаров, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы етәксеһе Андрей Дудников, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев сығыш яһаны. Был сығыштарға анализ яһап, Президент атмосфера һауаһы сифатын контролдә тотоу мәсьәләһен хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Бынан тыш, республика етәксеһе атмосфера торошон контролдә тотоусы автоматлаштырылған станцияларҙы Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары өсөн һатып алырға тәҡдим итте. Шул уҡ ваҡытта сығымдарҙың яртыһын зыян килтереүсе предприятиелар ҡапларға тейеш. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, яҡынса 20 станция талап ителә. Уларҙың һәр береһе 15 миллион һум тора. Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов суд хеҙмәткәрҙәрен минималь штрафтар менән сикләнмәйенсә, экология ҡануниәтен боҙоусыларға ҡатыраҡ яза бирергә саҡырҙы.

темалар: экология