Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.08 ↓

EUR 68.00 ↑

21 июль, Йома

Уфа   °

«Башинформ» агентлығы коллективы Игорь Савельевтың китабын Шәйехзада Бабич исемендәге премияға тәҡдим итте

Мәҙәниәт

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының хеҙмәт коллективы һәм хакимиәте Игорь Савельевтың «Терешкова летит на Марс» исемле китабын 2012 йыл өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим итте. Материалдар премиялар буйынса комиссияға тикшереүгә йүнәлтелде.

Йәш яҙыусы һәм журналист, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хеҙмәткәре Игорь Савельевтың «Терешкова летит на Марс» китабы 2012 йылда Рәсәйҙең «Эксмо» нәшриәтендә баҫылып сыҡты. Уҡыусылар китапты ҙур ҡыҙыҡһыну менән ҡабул итте, бөгөнгө көндә ул Рәсәйҙең барлыҡ ҙур ҡалаларында, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Беларусь, Украинала һәм интернет-магазиндар аша һатыла. Өфөлә Игорь Савельевтың әлеге хеҙмәте ун биш китап магазинында тәҡдим ителә. Әҫәрҙе тәнҡитселәр ҙә йылы ҡабул итте, уға рецензиялар «Бельские просторы», «Литературная газета», «Независимая газета», «Новая газета», «Литературная Россия», «Московский книжный журнал», «Волга», «Афиша» һәм башҡа баҫмаларҙа баҫылып сыҡты.

Йәш яҙыусының романын премияға тәҡдим итеүҙе хуплап, күренекле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар, әҙәбиәт белгестәре, ойошмалар һәм киң мәғлүмәт сараларынан бихисап хаттар ҡабул ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть