8 декабрь, Кесе йома

03 июнь 2013 йыл, 14:23

Мәләүездә наркотиктарға ҡаршы акция үтте

автор: Людмила Терновая

Мәләүездә сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән «Мәләүез районы йәштәре – наркотиктарға ҡаршы» акцияһы үтте. Ойоштороусылар булып урындағы хакимиәт һәм райондың Йәштәр йәмәғәт советы сығыш яһаны. Йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, наркоманияны иҫкәртеү сараның төп маҡсаты булып торҙо.

Акцияла ҡатнашыусылар «Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!», «Беҙ наркотиктарға ҡаршы!» «Сәләмәт тәндә сәләмәт рух!» лозунгылары менән Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайынан алып үҙәк урамдар буйлап ҡаланың Мәҙәниәт һарайына тиклем атлап үтте. Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда район хакимиәте исеменән сарала ҡатнашыусыларҙы йәштәр эштәре буйынса сектор мөдире Илнур Ҡолсурин сәләмләне. Йәмәғәт ойошмалары исеменән Йәштәр советы рәйесе Олег Төхвәтуллин сығыш яһаны.

Акцияла 400-ҙән ашыу ҡыҙ һәм егет, шул иҫәптән «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» ағзалары ҡатнашты. Сара сиктәрендә шулай уҡ Мәҙәниәт һарайының йәш артистары концерт программаһы менән сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

темалар: акциялар