8 декабрь, Кесе йома

03 июнь 2013 йыл, 13:22

Башҡортостан буйлап фототурҙа ШОС һәм БРИКС илдәре фоторәссамдары ҡатнашасаҡ

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостанда «Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт-2013» халыҡ-ара акцияһы һәм «Беҙ һинең балаларың, Ер-Әсә» фотофестивале үтәсәк. Был саралар байтаҡ илдәр халыҡтарына Башҡортостан менән танышырға мөмкинлек бирәсәк. Республика буйлап бер аҙналыҡ фототурҙа ШОС һәм БРИКС илдәренән, шулай уҡ Төркиә һәм Италиянан фоторәссамдар ҡатнашасаҡ.

5-12 июндә акцияла ҡатнашыусылар Башҡортостандың ҡала һәм райондары буйлап йөрөйәсәк, аҙаҡ фотоһүрәттәрҙе киң мәғлүмәт сараларында баҫтырасаҡ, күргәҙмәләрҙә тәҡдим итәсәк. Маршрут Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка, Стәрлебаш райондары буйлап үтәсәк.

Шулай уҡ ҡунаҡтарҙың эштәре БР Милли музейында һәм Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының «Академия» галереяһында тәҡдим ителәсәк. Был майҙансыҡтарҙа 5 июндә акцияла ҡатнашыусыларҙың алты шәхси күргәҙмәһе асыласаҡ. Шул уҡ көндө 11.00 сәғәттә «Башинформ» агентлығында сит ил фоторәссамдары һәм проект кураторҙары менән матбуғат конференцияһы ойоштороласаҡ.

Акцияны ойоштороусылар булып БР Мәҙәниәт министрлығы, РФ Фоторәссамдар союзы, Башҡортостандың Рәсәй Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге сығыш яһай.