Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Салауат ҡалаһына 65 йыл тулыуға арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны

Йәмғиәт

1 июндә Салауат ҡалаһы халҡы өс байрам — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн, ҡалаға һәм «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә 65 йыл тулыуҙы билдәләй.

Тантаналы сараларҙа Башҡортостан Президенты ла ҡатнашты. Предприятие тураһында һүҙ йөрөтөп, Рөстәм Хәмитов «Газпром нефтехим Салауат» компанияһының республикала ғына түгел, ә тотош илдә химия һәм нефть эшкәреү сәнәғәтенең флагманы булып тороуын билдәләне.

— «Газпром нефтехим Салауат» компанияһы һәр яҡлап үҫешә. Был заманса предприятие һәр ваҡыт яңыртылып тора, заманса производстволар булдырыуға ул ҙур ресурстар йүнәлтә. Бындай предприятиеларҙың ҡала мөхитен яҡшыртыуға, мәктәптәр, дауаханалар, парктар, спорт объекттарын төҙөүгә ресурстар йүнәлтеүе үтә һөйөнөслө, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Әйткәндәй, комбинат һәр ваҡыт республика иҡтисадына ярҙам итте һәм киләсәктә лә шулай буласаҡ.

— Бөгөн Салауат ҡалаһында көн матур. Яҡшы һауа торошо урамда ғына түгел, күңелдәрҙә лә тантана итә, — тине Башҡортостан Президенты. – Беҙ яңыртылған мәҙәниәт паркында булдыҡ, яңы балалар дауаханаһын, башҡа объекттарҙы ҡарап сыҡтыҡ. Заманса ысул менән биҙәлгән йорт фасадтарын күрҙек. Быларға ҡарап, шуны аңлайһың: тормош, дөйөм алғанда, дөрөҫ йүнәлеш буйынса бара, беҙ үҫешәбеҙ, алға табан барабыҙ. Әлбиттә, етешһеҙлектәр ҙә, эшләнәһе эштәр ҙә бихисап, әммә тормоштоң һәр мәлендә ыңғай яҡтар бар. Һәм беҙ шул ыңғай яҡтарҙы күбәйтергә тырышабыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть