3 декабрь, Шәмбе

03 июнь 2013 йыл, 11:20

Башҡортостан Президенты эш сәфәре менән Салауат ҡалаһында булды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Шәмбе, 1 июндә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Салауат ҡалаһында булды. Ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында төбәк башлығы ағас ултыртыу акцияһында ҡатнашты. Салауат халҡы ҡалаға 65 йыл тулыу уңайынан йүкә үҫентеләрен ултыртты.

Артабан республика етәксеһе 1-се лицейҙа булды. Уның янында «Мәктәп. Бишенсе элемент» тип аталған урам сәнғәте фестивале үткәрелде. Сара сиктәрендә Санкт-Петербург һәм Салауат ҡалалары рәссамдары дүрт күп ҡатлы йорттоң фасадтарында һүрәттәр төшөргән. Фән, тәбиғәт, ижад, энергия һәм мәктәп – барлыҡ композицияларҙың төп темаһын тәшкил итә. Рәссамдар билдәләүенсә, бындай һүрәттәрҙе төшөрөү өсөн ике-өс ай ваҡыт талап ителә. Шуға күрә Салауат ҡалаһында байрамға алдан уҡ әҙерләнә башлағандар. Әлеге ижади эштә 20-гә яҡын кеше ҡатнашҡан.

— Был проект миңә бик оҡшаны, уны Өфө, Салауат һәм республиканың башҡа ҡалаларында ла йәйелдерергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

Фестиваль тағы бер нисә көн дауам итәсәк. Уны ойоштороусылар урам сәнғәте техникалары һәм төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.

Салауат ҡалаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты яңы асылған амбулатор гемодиализ үҙәген ҡараны. Учреждение Салауат һәм Ишембай халҡын хеҙмәтләндерә. Был хаҡта баш табип Ринат Хәбибуллин һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, бында уртаса айлыҡ эш хаҡы табиптар араһында – 37 мең һум, медицина персоналы араһында 16 мең һум тәшкил итә.

Республика етәксеһе БР Хөкүмәте вице-премьеры Лилиә Ғүмәроваға республикала бындай яңы үҙәктәр асыу мәсьәләһен ентекле тикшерергә ҡушты.

Артабан Рөстәм Хәмитов ҡала балалар дауаханаһында булды. Унда функциональ диагностика блогын, физиотерапия бүлмәһен, операция залын һәм башҡа бүлектәрҙе ҡарап сыҡты.

Журналистар менән аралашыу барышында Башҡортостан Президенты тәьҫораттары менән бүлеште.

— Һуңғы ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәттә кире мәғлүмәттәр өҫтөнлөк итә. Бәлки, кире яҡтарҙы күреү һәм улар тураһында һөйләү еңелерәк булғанға шулайҙыр. Ә мин бөгөн көнө буйы тормоштоң тик ыңғай яҡтары менән генә танышам: яңы клиникалар асыла, яҡшы дауаханалар төҙөлә, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн Өфөлә яңы бала табыу йортон ҡараныҡ, Салауат ҡалаһы көнөн нисек билдәләүҙәрен күрҙек. Был матур байрамға барлыҡ ҡала халҡы тиерлек йыйылған. Шуға күрә, минеңсә, изгелек яйлап булһа ла, әммә ышаныслы рәүештә өҫтөнлөк ала башлай.