Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов яңы акушерлыҡ-гинекология корпусын ҡараны

Йәмғиәт

Республика клиник дауаханаһының Достоевский урамы, 132 адресы буйынса урынлашҡан яңы биш ҡатлы акушерлыҡ-гинекология корпусы 120 урынға иҫәпләнгән.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә яңы корпусты Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡараны. Акушерлыҡ корпусында буласаҡ әсәләр һәм уларҙың сабыйҙары өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған.

Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы Ринат Нагаев корпустың 2010 йылдың декабрендә төҙөлә башлауы хаҡында әйтте.

— Барлыҡ төҙөлөш эштәре тамамланды, медицина ҡорамалдары ла һатып алынды. Киләсәктә дауахананы үҫтереү йәһәтенән поликлиника, ашхана, пансионат һәм махсус автомобилдәр ҡуйыу урынын төҙөргә планлаштырабыҙ, — тине баш табип.

Уның һүҙҙәренсә, барлыҡ санитар саралар үткәрелгәндән һуң, корпус июль урталарында тәүге пациенттарҙы ҡабул итәсәк.

Президентҡа һөйләүҙәренсә, бина һәм унда урынлаштырылған ҡорамалдар заманса талаптарға яуап бирә. УЗИ бүлеге мөдире Наил Кәлимуллин Рөстәм Хәмитовты яңы технологиялар, атап әйткәндә УЗИ 4D мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Яңы корпуста VOLUSON E 8 маркалы өс бындай аппарат урынлаштырылған.

Башҡортостан Президенты корпустың неонаталь блогын, операция залдарын ҡараны. Шулай уҡ быйыл бында яңы тыуған сабыйҙар патологияһы бүлеген асыу планлаштырыла.

2011 йылда Республика клиник дауаханаһының бала табыу йортонда — 1500 сабый, 2012 йылда – 1900 сабый тыуған. Дауахана баш табибының акушерлыҡ һәм гинекология буйынса урынбаҫары Марина Мөхәмәҙиева иҫәпләүенсә, яңы акушерлыҡ-гинекология корпусын асыу артабан тыуым күрһәткестәренең артыуына булышлыҡ итәсәк.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, яңы корпус төҙөүгә 1,2 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.

— Беҙ артабан да ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ. Илдең медицина өлкәһендәге етәкселәре яңы перинаталь үҙәк төҙөү буйынса беҙҙең теләкте хупланы. Төҙөлөш эштәре быйыл башланасаҡ. Яңы үҙәк ҡиммәтерәккә төшәсәк, әммә ул ҡорамалдар менән дә күберәк йыһазландырыласаҡ.

Президент билдәләүенсә, киләһе йылда Октябрьский ҡалаһында ла акушерлыҡ-гинекология үҙәге төҙөлөп бөтәсәк. Әлеге ваҡытта Ишембайҙа бала табыу йортон төҙөү мәсьәләһе хәл ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть