Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Дүртөйлө ҡалаһында күп функциялы Йәштәр үҙәге асылды

Мәҙәниәт

31 майҙа Дүртөйлө ҡалаһында В.Н.Горшков исемендәге Йәштәр үҙәген асыу тантанаһы үтте. Яңы учреждение элекке кинотеатр бинаһында асылды.

Дүртөйлө ҡалаһында бөгөнгө көндә 33 меңдән ашыу кеше йәшәй, уларҙың 14 меңдән ашыуы – 18 йәшкә тиклемге йәштәр һәм балалар. Әммә ҡаланың быға тиклем район кимәлендә мәҙәни саралар үткәреү өсөн махсус урыны булмаған.  

Ҡалала 1975 йылдан алып В.Н.Горшков исемендәге кинотеатр эшләгән. 36 йыл эсендә бинала тик ғәҙәттәге ремонт үткәрелгән. 2011 йылда район хакимиәте кинотеатрҙы реконструкциялап, урынына Йәштәр үҙәген асырға ҡарар иткән.

Әлеге ваҡытта бинала 300 урынға иҫәпләнгән киноконцерт залы, балалар кафеһы, түңәрәктәр алып барыу өсөн бүлмәләр бар. Бөгөнгө көнгә 37,155 миллион һум аҡса тотонолған. Республика бюджетынан бүленгән 6 миллион һум суммаға юғары сифатлы аудио һәм видео ҡорамалдар һатып алынған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть